Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе ойошторолоуға 100 йыл, ә арҙаҡлы композиторҙың исеме бирелеүгә ярты быуат тулды.
Ошо иҫтәлекле даталарға бағышлап, белем усағы биләмәһендә ваҡыт капсулаһы һалынды. Быуат эсендә музыка мәктәбе меңәрләгән һәләттәрҙе үҫтереп, ижад донъяһына алып сыҡҡан.
Капсула эседә белем усағының тарихы, Нариман Сабитовтың аудиояҙмалары һәм махсус электрон файлдарҙа тарихи фотойыльяҙма урынлаштырылған. Балаларҙың һәм уҡтыусыларҙың киләсәк быуынға нәсихәттәре лә һалынған. «Ваҡыт капсулаһы» 25 йылдан тап ошо көндә асыласаҡ.
Гүзәл Борханова







