«Оҙайлы ғүмер. Туризм» программаһы буйынса сәйәхәт иткән хаҡлы ялдағылар һаны артасаҡ

Был турала Радий Хәбиров бөгөн оло йәштәгеләр көнө айҡанлы ойошторолған осрашыуҙа белдерҙе.

Түңәрәк өҫтәл артында уҙған һөйләшеүгә төрлө тармаҡтарҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан оло быуын вәкилдәре саҡырылған. Улар әле лә әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Әммә шул уҡ ваҡытта дәүләт яғынан да булышлыҡ талап ителә.

Ололар әйтеүенсә, әле улар республика буйлап ойошторолған сәйәхәттәргә ҙур теләк менән йөрөй. Радий Хәбиров  программаны киңәйтеү һәм һанды арттырыу бурысын ҡуйҙы. Осрашыуҙа һүҙ социаль яҡлау алымдары, шифахана-курорт учреждениеларныда ташламалы ял ойоштороу, һуғыш балаларына ярҙам  хаҡында ла барҙы. Республика башлығы оло быуын вәкилдәрен сәләмәтлектәре хаҡында онотмаҫҡа, вакцинация үтергә саҡырҙы.

Осрашыуға  килгәндәр араһында төрлө район, ҡала вәкилдәре бар. Улар үҙҙәренең төбәгендә алып барылған эштәр менән дә таныштырҙы. Бер сәғәткә иҫәпләнгән һөйләшеү ике сәғәттән ашып китте. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, әле республика тормошонда ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.

Мәҫәлән, хәйбулалар күптән көтөлгән юл төҙөлөшө һәм  Әбеш ауылына кәрәҙле бәйләнеш үткәрелеүе хаҡында һөйләне. Оло быуын вәкилдәре вакцинацияның әһәмиәтен дә яҡшы аңлай. Улар фекеренсә, мәкерле сирҙе еңеүҙең төп ысулы булып прививка һалдырыу тора.

Фото №1 - «Оҙайлы ғүмер. Туризм» программаһы буйынса сәйәхәт иткән хаҡлы ялдағылар һаны артасаҡ

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ