Табипҡа эләгеп булмай, сират, анализ тапшырыу өсөн Белоретҡа барырға тура килә

Учалы районы халҡы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге етешһеҙлектәргә зарлана. Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин эш сәфәре менән Учалыға барҙы. Төбәктә ул медицина хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы йәмәғәтселек менән осрашты.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың Учалыға сәфәре урындағы дауахана һәм поликлиника эшмәкәрлеге менән танышыуҙан башланды. Медицина учреждениеһы ғәҙәти режимда эшләй. Миҙгел сирҙәре көсәйгән осор.Поликлиника коридорында ауырыуҙар күп, әммә сират күҙәтелмәй. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып санитар-эпидемиология ҡағиҙәләре теүәл үтәлә.

Максим Забелин урындағы дарыуханала туҡталды. Уны халыҡты  дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы.

Венера Алексеева хаҡлы ялда.Яңыраҡ ул ковид кисергән.Ханым айырым медицина хеҙмәтттәренең Белорет ҡалаһына күсерелеүенә борсолоу белдерә.

Мәсьәлә Учалы филормонияһында йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыу барышында ла күтәрелде. Учалы дауаханаһы ябылмай киреһенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу эше бара.

Хирургия корпусы төҙөлә, киләһе йыл балалар поликлиникаһына нигеҙ һалынасаҡ тип белдерҙе Максим Забелин. Халыҡ белгестәргә ҡытлыҡ мәсьәләһен дә күтәрҙе.Дауаханаға табиптар йәлеп итеү буйынса эҙмә-эҙлекле саралар күрелә тине Хөкүмәт Премьер министры урынбаҫары.

Ашығыс медицина ярҙамы Учалыла күрһәтеләсәк, бала табыу бүлеге лә эшмәкәрлеген туҡтатмай. Осрашыу барышында Максим Забелин тиҫтәләгән һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Халыҡ урындағы табиптарҙың тупаҫ мөнәсәбәте осраҡтарына ла зарланды.

Сәғәт ярымға иҫәпләнгән осрашыу өс сәғәттән ашыу барҙы. Халыҡ табипҡа яҙылыуҙағы ҡыйынлыҡтар, дарыуҙарға ҡытлыҡ, ПЦР-тест һөҙөмтәләрен оҙаҡ көттөрөүҙәренә зарланды. Осрашыуҙа күтәрелгән мәсьәләләр буйынса Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ентекле тикшереү уҙғарасаҡ.

Медицина өлкәһенең төбәктә артабанғы үҫеш юлы буйынса Максим Забелин урындағы дауахананың табиптар коллективы менән дә фекер алышты. Аҡ халатлылар осрашыуҙа күтәрелгән ҡайһы бер һорауҙарҙың урынлы булыуын билдәләне. Йылдар дауамында тупланған мәсьәләләргә ентекле һәм системалы ҡараш талап ителә.

Фото №1 - Табипҡа эләгеп булмай, сират, анализ тапшырыу өсөн Белоретҡа барырға тура килә

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ