Операция ваҡытында бер генә кеше лә зыян күрмәне. Сөнки был ваҡиға сценарий буйынса һәм махсус тәғәйенләнеш отряды базаһында барҙы. Бөгөн хоҡуҡ һаҡсылары һөнәри байрамдары алдынан асыҡ ишектәр көнө уҙғарҙы. Отрядтың әҙерлек кимәле менән республика башлығы Радий Хәбиров та ҡыҙыҡһынды.
Террорсылар бығауҙар кейҙерелгәнен үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала. Был эш алымын махсус тәғәйенләнеш отряды йылдар буйы шымарта. Һуғыш техникаһы, ҡоралдан атыу оҫталығы уларҙың ҡанына һеңгән. Шуға ҡарамаҫтан, эшкә көн дә тәүге тапҡыр кеүек киләбеҙ, ти егеттәр.
Әммә күп осраҡта улар беҙҙең байрам күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн сафта. Күләмле сараларҙа хәүефһеҙлек һаҡлау, ҡыҙыу нөктәләргә командировкалар йыш була. Туған ил именлеген һаҡлап ғүмерен биреүсе егеттәр ҙә байтаҡ.
Уңайлы автобус көсөргәнешле урындарға командировкаларҙы еңеләйтеү өсөн бер ишара ғына. Шулай ҙа иң мөһиме иғтибар, тине Радий Хәбиров һөнәри байрамдары менән ҡотлап. Республика етәкселеге махсус тәғәйенләнеш отрядына һәр яҡлап та терәк буласағын белдерҙе.
Росгвардияның Башҡортостан буйынса махсус тәғәйенләнеш мобиль отряды егеттәре абруйы тотош илгә таралған. Улар хеҙмәт иткән ерҙәрҙән маҡтаулы һүҙҙәр килеп тора. Бөгөн уларҙың үҙҙәренә лә республика башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ләкин һөнәри байрам махсус тәғәйенләнеш отряды өсөн ял тигәнде аңлатмай. Уларҙың күптәре байрамды йәмәғәт һағында уҙғара. Ошо көндәрҙә тағы ла бер төркөм егеттәр ҡаф тауы төбәктәренә хәрби бурысын үтәргә юлланасаҡ.
Айнур Кәбиров







