Республика кибеттәрендә банк иҫәбендәге аҡсаны ҡулаҡсаға күсереү хеҙмәте эшләй башланы

Кэшаут ярҙамында ҡулланыусылар касса артынан алыҫ китмәйенсә тауар өсөн урында уҡ иҫәпләшә ала. Заманса аппарат банк бүлексәһе булмаған йәки банкомат урынлаштырылмаған ауылдарҙа урынлаштырыла.

Башҡортостан Рәсәйҙә кэшаут хеҙмәтен ойоштороу буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Кибеттәрҙә банк картаһы менән иҫәпләшеүселәр һаны артһа ла ҡулаҡса талап ителгән ойошмалар ҙа юҡ түгел. Банкомат алыҫ булған биләмәләрҙә ҡулланыусыларға яңы хеҙмәт тәҡдим ителә. Кэшаут ярҙамында магазинда банк картаһындағы аҡсаны ҡулаҡсаға күсерергә була. Алексеевка ауылында йәшәүселәр был хеҙмәтте үҙҙәре баһалап ҡараған.

Яҡын тирәлә банкомат юҡ, шуға ла ҡул аҡса менән ҡатмарлыҡтар була ине. Был аппарат булғас тауарҙар өсөн иҫәпләшәү уңайлы һәм хәүефһеҙ. Йыш файҙаланам.

Кэшаут менән файҙаланыу өсөн бер генә шарт үтәлергә тейеш. Кибеттә тауар һатып алынғанда ғына аппараттан ҡулаҡса сығарырға була. Банк хеҙмәте менән файҙаланыу өсөн комиссия өҫтәлмәйәсәк.

Хәүилә Солтанова, Алексеевка ауылында йәшәүсе

Республика буйынса кэшаут хеҙмәте ойошторолған сауҙа нөктәләре һаны көндән көн арта. Милли банк менән килешеү буйынса аппараттар 357 кибеткә тоташтырылған.

Кэшаут хеҙмәте банк бүлекәсәләре булмаған йәки банкомат урынлаштырылмаған ауыл биләмәләре өсөн кәрәкле. Карта иҫәбендәге аҡсаны кибеттә үк ҡулаҡсаға күсереп кәрәкле тауар өсөн урында уҡ иҫәпләшергә мөмкин.

Бер көн эсендә ҡулланыусылар 5 мең һум , бер ай эсендә 30 мең сумманы кэшаут аша күсерә ала. Кибеттәрҙән тыш тағы ла ике ойошмала кэшаут ысулы менән иҫәпләшергә мөмкин.

Ҡулланыусыларҙан тыш, кэшаут хеҙмәте банктар өсөн дә отошло. Финанс яҡтан банкомат асып уны хеҙмәтләндереү ҡиммәтҡә баҫа. Иҡтисади күҙлектән яңы алым ҡулланыусыларҙың көндәлеген һәм банк системаһын эшен еңелләштереү өсөн ҡаралған.

Фото №1 - Республика кибеттәрендә банк иҫәбендәге аҡсаны ҡулаҡсаға күсереү хеҙмәте эшләй башланы

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ