160 мең тонна заводтарға сығарылған. Йәйге ҡоролоҡтоң сағылышы татлы тамыр уңышында ла һиҙелә, шулай ҙа аграрийҙар әйтеүенсә, дөйөм алғанда техник культуралар уңышы насар түгел. Ауыл эшсәндәре тәүлек әйләнәһенә тиерлек уңышты йыйып алыу менән мәшғүл. Бүздәк районы баҫыуҙарындағы көҙгө эштәр хаҡында киләһе яҙмала.
Сөгөлдөрҙән тау күҙ алдында тиерлек үҫә. Татлы тамыр өлгөргән. Бункерҙы бушата һалып механизатор яңы линияға төшә. Эш ырамлы бара, ти Рауил Нуриманов, комбайн бер нисә эште бер юлы башҡара.
Бүздәк районы ндағы был хужалыҡта техник культуралар 2 мең гектар ерҙе биләй. Уның яртыһы йыйып алынған. Сөгөлдөр ҡаҙыу эше бер ай элек башланған.
Бүздәк районында шәкәр сөгөлдөрө уңышы гектарынан 410 центнер тәшкил итә. Татлы тамырҙағы шәкәр кимәле 19 процент тирәһе тәшкил итә, ти аграрийҙар. Был күрһәткес баҫыуҙарҙа төрлөсә. Уңышты йыйып алыуҙа ике комбайн эшләй, ә механизаторҙар смена менән, сөнки эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай.
Ә был баҫыуҙа көнбағыш урып алына. 3 тонна ярым һыйышлы бункерҙы тултырыу өсөн механизатор 2 гектар тирәһе ер үтә.
Хужалыҡта майлы культура 1, 5 мең гектарҙа сәселгән. уның 75 проценты йыйып алынған. Сеймал республика элеваторҙарына һәм күрше өлкәгә ебәрелә.
Республикала көнбағышты тулайым һуғып алыу 210 мең тонна тәшкил итә. Быйыл гектар уңышы яҡынса 12,5 центнер. Майлы культура сәсеү майҙандаырынң өстән ике өлөшөдә урып алынған.
Рәмилә Исмәғилева




