Тәүлек эсендә 23 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың һаны 1 660-ҡа еткән. Шулай уҡ коронавирус йоҡтороусылар тағы ла 496 кешегә артҡан. Әлеге тиклем республикала был хәтлем кешенең ауырыу осрағы теркәлгәне булмаған.
Бынан тыш, бөгөн стационарҙарҙа 786 кеше дауалана, уларҙың 486-ы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 41 пациенттың 17-е тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 6 230 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек дауамында дауаханаларҙан 502 кеше һауығып сыҡҡан.




