Ярты йыл эсендә республика төбәктәре буйлап сәфәргә сыҡҡан медицина десанты 75 меңдән ашыу кешенең сәләмәтлеген ҡарап өлгөргән. Улар тарафынан барлығы 45 меңгә яҡын медицина тикшереүе, шул иҫәптән 28 мең флюорография һәм 17 мең маммография үткәрелгән.
Табиптар 3 мең ярым кешенең ҡанында шәкәр кимәле юғары булыуы билдәләнгән, 4 700-нең холестерины юғары, 7 400-ендә ҡан баҫымы күтәренке булыуы асыҡланған.
«Тап ошо иртә стадиялағы диагностика халыҡты ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан, ҡайһы бер осраҡта хатта үлемдән аралап ҡалырға ярҙам итә. Республиканың алыҫ ауылдарында халыҡҡа диспансеризация үткәреү проекты киләһе йылдарҙа ла мотлаҡ дауам итәсәк. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!» – тигән Башҡортостан башлығы. Был турала Ралий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхфәһендә яҙған.
Илдар Байбулатов




