Офтальмохирургия ярҙамы, тәү сиратта, катарактанан яфаланыусыларға күрһәтелә. Медицина бригадаһы Ишембай үҙәк район дауаханаһында ла даими эшләй. Сираттағы әмәлиәт барышын БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.
Операция өҫтәлендә катарактанан яфаланған ҡатын. Тиҙҙән ул донъяны сағыу төҫтәрҙә күрәсәк. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре Ишембай дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлексәһендә тәүге тапҡыр ғына эшләмәй. Күсмә әмәлиәттәр, консультациялар даими уҙғарыла. Бер көн эсендә генә баш ҡала табиптары кәмендә утыҙ кешегә медицина ярҙамы күрһәтә.
Катаракта сире башлыса өлкән быуын вәкилдәрендә күҙәтелә. Сал сәсле пациенттар Өфө белгестәренең Ишембайға килеүен ҡыуанып ҡаршы ала. Сөнки баш ҡалаға барып күренеү өҫтәмә сығымдар талап итә, мәшәҡәтле лә. Хәйер, район дауаханаһы табиптары ла һынатҡаны юҡ. Алтын ҡуллы хирургтарға ышаныс көндән көн арта ғына.
Бер йыл эсендә генә күҙ микрохирургияһы бүлексәһендә мең өс йөҙгә яҡын ҡатмарлы операция ойошторолған. Пациенттарҙың утыҙ процентҡа яҡыны яҡындағы район-ҡалаларҙан.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары башҡа муниципалитеттарҙа ла күсмә операциялар ойоштора. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырылған проектҡа өс йыл элек старт бирелгәйне. Тәүмаҡсат - күҙ ауырыуҙары буйынса операцияларға сиратты кәметеп, төрлө район-ҡалаларҙа йәшәүсе оло йәштәгеләргә хирургия ярҙамын урында уҡ уңайлы шарттарҙа ойоштороу.
Гөлназ Хәйбуллина




