Күргәҙмәгә ҡуйылған материалдар блокада барышында аслыҡ, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан балаларҙың хәтирәләренә һәм көндәлектәренә таянып ижад ителгән. 5 йәшлек бала Сәҙиә Ғәрифуллина күңелендә Ленинград ҡамауы Бөйөк Ватан һуғышының иң аяуһыҙ биттәре булараҡ тәрән яралар һалған.
Әсәһе Хәнифә Урмансаева Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша, ҡаланы фугас бомбаларынан һаҡлаусылар рәтенә баҫа. 872 көн блокада барышында Сәҙиәнең Роза исемле бер йәшлек һеңлеһе вафат була. Ике йәшлек туғаны Рәүилә менән икмәк һәм ризыҡ төҫө күрмәй асҡа интегә. Был михнәттәрҙе оноторлоҡ түгел, ти Ленинград блокадаһынан иҫән ҡалған ханым.
Ленинград һәм Башҡортостан араһында рухи бәйләнеш көслө. Республиканан меңәрләгән һалдат төнъяҡ башҡаланың азатлығы өсөн көрәшә. 462 хәрбиҙең исеме герой-ҡаланың хәтер китабында мәңгеләштерелгән.
2017-се йылдан Башҡортостанда блокадалы Ленинградта йәшәүселәрҙе хәтерләү төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Бар михнәттәрҙе кескәй иңдәрендә күтәргән балалар хәтирәләрен фотоархивҡа туплау биш йыл элек башланған.




