Экологик акция. Сара сиктәрендә Өфөлә «Беренсе уҡытыусыға» арналған скверҙа Дан аллеяһы булдырылды.
Экологик акцияла бөтәһе 70-тән ашыу йәшел ағастар ултыртылды. Был эштә үҙҙәренең уҡытыусылары менән бергә өлкән синыф уҡыусылары ла ҡатнашты. Экологик акция тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырырға, уҡытыусы абруйын күтәрергә һәм уҡыусылар араһында берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ кеүек ыңғай сифаттар үҫтерергә булышлыҡ итеү маҡсатын ҡуя.
Йәмәғәт биләмәһендә»Беренсе уҡытыусыға» арналған сквер быйыл Белем көнөндә асылғайны. Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина тәҡдиме менән унда үҙенсәлекле композиция барлыҡҡа киләсәк. Уҡытыусыға һәйкәл конкурсы иғлан ителгән дә инде. «Беренсе уҡытыусыға» арналған скверҙа Лиза Ҡыям ҡыҙы ла ағас ултыртты. Яуаплы акцияла ул үҙенең тәүге уҡытыусыһына рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Гүзәл Борханова




