Өс көн дауамында барған саранан унда ҡатнашыусылар ҙур тәжрибә, яңы проектар, эш алымдары туплап таралышты. Йыйындың маҡсаты ла шул – йәштәргә үҙ эшен башлауға этәргес, эшҡыуарлыҡты алып барыуҙа яңы алымдар, бизнес йүнәлештәргә өйрәтеү.
Йыйында ябай йәштәр түгел. Улар һәр береһе үҙ эшендә, уҡыған ерендә абруй яулаған. Әүҙемлеге, лидер булыуы менән айырылып тора. Ләкин лидерҙарға ла артабан үҫеү өсөн белемен камиллаштырып тороу мотлаҡ. Эш алымдары көндән-көн үҙгәреп тора. Сөнки беҙ йылдам үҫешкән заманда йәшәйбеҙ, ти йәштәр.
Йыйында ҡатнашыусылар был алымдарҙы төрлө квестар, интенсив программалар аша өйрәнде. Үҙ тәжрибәләре менән илдең баш ҡалаһынан саҡырылған билдәле спикерҙар бүлеште. Башҡортостан йәштәренең әүҙемлеге республиканың яҡты киләсәгенә өмөт уята, ти Мәскәү ҡунаҡтары.
Айнур Кәбиров







