«Тамға» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәре әҙерләү буйынса халыҡ-ара ярышта республика оҫталары ла, сит илдәрҙә йәшәүселәр ҙә ҡатнаша ала.

Конкурстың төп маҡсаты булып  «Башҡорт милли кейеме» брендын булдырыу, һәләтле оҫталарҙы асыҡлау,  ярҙам күрһәтеү, халыҡта башҡорттарҙың милли кейеме  өлгөләрен өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу тора.

Ярыш биш номинацияға бүленгән: «Башҡорт милли кейеме - реконструкция», «Заманса авторлыҡ кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт кейеме аксессуарҙары».

 Конкурста 18 йәштән өлкән оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, башҡорт милли кейеме дизайнерҙары ҡатнаша ала. Ғаризалар 1 октябрҙән 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Фото №1 - «Тамға» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ