Аграрийҙар һәм шәхси баҡса хужалары көҙгө йәрминкәгә үҙҙәре етештергән уңышты һатыуға сығарҙы.
Йәштәр һарайы алдында ғына 47 сауҙа нөктәһе эшләне. Унда республиканың 16 районынан фермерҙар һәм шәхси хужалыҡ тотоусылар сауҙа итте. Ҡала халҡы башлыса Башҡортостан ерлегендә үҫтерелгән һәм артыҡ ҡиммәт булмаған йәшелсә-емеш, ҡышҡылыҡҡа файҙалы һәм витаминлы урман еләктәрен һатып алды.
Балдың төрлө тәрҙәре ветеринар тикшереү үткәндән һуң ғына сауҙаға сығарылды.
Гүзәл Борханова







