Башҡортостандан ярты меңдән ашыу бала Волгоградҡа өс көнлөк экскурсияға юлланасаҡ, уларға самолетта ун дүрт рейс ойошторола. Бөгөн «Өфө» аэропортында тәүге төркөмдө оҙаттылар.
Оло сәфәргә Яңауыл, Дәүләкән, Туймазы, Бүздәк райондары уҡыусылары сыҡты. Тарихи ҡалала яҡташтарыбыҙҙы урындағы хакимиәт вәкилдәре ҡаршы аласаҡ, беренсе көндән үк иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт көтөлә.
Волгоградҡа экскурсия ойоштороу башланғысы менән ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты һәм эре туристик ойошмаларҙың береһе сыҡҡайны. Проект төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан хуплау тапты.
«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ярҙамы менән Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә сәйәхәткә юлланыусыларға финанс ярҙам күрһәтеләсәк. Тәү сиратта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балаларына иғтибар бүлеү ҡаралған. Бөгөнгө рейсҡа сығыусылар иһә тулҡынланыуын йәшермәне. Бигерәк тә үҫмерҙәр «Ватан-әсә саҡыра» скульптураһын күреү теләге менән яна.
Гөлназ Хәйбуллина




