Ығышма ҡайҙа сумған? Бөрйән районынан махсус репортаж

Кулдең һыуын кем йотҡан? Бер аҙна самаһы интернет ҡулланыусыларын шундай һорау борсой. Бөрйән районы Шәүләнташ мәмерйәһе янындағы Ығышма күленең бер төн эсендә юҡҡа сығыуы социаль селтәрҙә имеш-мимештәргә юл асты.

Берәүҙәр тәбиғәт күренешен юғары көстәргә, хатта ахырызаман етеүгә бәйләһә, икенселәр кешенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо менән аңлатырға тырышты. Белгестәр иһә күлдең һыуы юҡҡа сығыуына ҡоро йәй сәбәпсе тигән фекерҙә. Юҡҡа сыҡҡан күлде БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин барып күрҙе.

Ығышманың һыуы ҡороуын тәүгеләрҙән булып Шүлгәнташ тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәре Ридан Хәкимов асыҡлаған. Кис өйгә ҡайтышлай тулы һыулы күл, иртән эшкә барғанда юҡҡа сыҡҡайны, тип хәтерләй егет.

Ысынлап та, Ығышманың һыуы тәүге тапҡыр ғына юғалмай. Был хәл егерменсе быуатта ғына ике тапҡыр теркәлгән, тип билдәләй урындағы халыҡ. 1975 йылғы ҡоролоҡ мәлендә күлдең һыуы китеүенә Ғәҙелгәрәй мәктәбенең география уҡытыусыһы Миңлеәхмәт Йомағужин шаһит булған. «Әммә ул ваҡытта, тәбиғәт күренешен халыҡ тыныс ҡабул итте. Хәбәр тирә-яҡҡа таралманы» , – ти уҙаман.

Тәбиғи үҙенсәлеге буйынса Ығышма тоҡон күл. Уны туйындырған һәм унан ағып сыҡҡан шишмәләр юҡ. Күлде ер аҫты һәм ҡар һыуҙары иҫәбенә тулылана. Халыҡ быға тиклем унда йүкә ҡайырыһы һалып, һалабаш әҙерләгән. Мал һуғарған.

Урындағы аҡһаҡалдар әйтеүенсә, элегерәк күлдең уртаһында утрау булған. Унда яңғыҙ ҡайын үҫкән. Ел иҫкән һайын утрау әкренләп хәрәкәт иткән. Күлдең исеме лә шуға бәйле. Ығыш – ерле һөйләштә әкрен тигәнде аңлата.

Ғалимдар иҫәпләүенсә, Ығышма карст бушлығында барлыҡҡа килгән. Ер аҫты юлдарынан уның Шүлгән йылғаһы менән бәйләнештә булыуы ла ихтимал. Юл аша «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарында телгә алынған Йылҡысыҡҡан күле урынлашҡан. Мәмерйә тирәләй күп һанлы карст бушлыҡтары булыуы ла билдәле.

Ығышманың ҡороуын ғалимдар аҙ һыулы һауа торошо фазаһы менән бәйләй. Был тәбиғи күренеш, тигән фекерҙә гидролог Әүфәр Гәрәев.

Ғалимдың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Ямғырҙар башланыу менән Ығышмаға ҡайтанан һыу тула башланы. Күлдең төбөн бысратҡан ағас өйөмдәрен  генә таҙартыу форсаты юҡ, тип әсенә урындағы халыҡ. 15 метр тәрәнлектән ләм һәм мәте эсенән уларҙың һөйрәп сығарыу мөмкин түгел. Яҙғы ҡар һыуҙары менән күл ығышлап ҡына элекке хәленә ҡайтыр, тигән өмөттә ҡала Бөрйәндәр.

Фото №1 - Ығышма ҡайҙа сумған? Бөрйән районынан махсус репортаж

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ