Ҡырмыҫҡалы районында 66 йәшлек Наталья Гейт юғалған

26 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында йәшәүсе 66 йәшлек Наталья Гейт өйөнән сыға һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Яҡындары тиҙ арала полицияға хәбәр итә. Уны эҙләүгә шулай уҡ «Лиза Алерт» отряды ирекмәндәре лә ҡушылған.

Яҡындарының һүҙҙәренсә, 27 сентябрҙә Наталья Владимировнаны Ҡырмыҫҡалы ауылында күреүселәр булған. Уға медицина ярҙамы талап ителеүе ихтимал.

Наталья Гейт юғалған көндә һоро төҫтәге беретка, ҡуйы күк төҫтәге синтетик куртка, һоро кардиганы тубығына тиклем оҙонлоҡта, ҡара салбар, ҡара ботинкалар кейгән. Ҡара сумка менән ҡыҙыл сәскәләр төшөрөлгән аҡ пакет тотоп алған булған.

Билдәләре: буйы 160 см, уртаса кәүҙәле, саллана башлаған сәсе ҡыҙылға булған, бөкрәйеберәк атлай, хәтере насар.

Уны күреүселәр булһа, ошо номерҙарға шылтыратыуығыҙ һорала: 8 (347) 279-39-02, 279-32-92, 8 (34765) 2-10-83, 2-12-02, 2-11-34, 89997413711 йәки 02 (102).

Фото №1 - Ҡырмыҫҡалы районында 66 йәшлек Наталья Гейт юғалған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ