“Рәсми статистиканың бары тик дөрөҫ һандарҙан тороуы мотлаҡ. Мәғлүмәттәр һәр ваҡыт теүәл булырға тейеш. Улар илдең һәм йәмғиәттең үҫешен күрһәтә, проблемаларҙы асыҡларға һәм үҫеш нөктәләрен билдәләргә ярҙам итә”. Республика халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тураһында ошондай фекер белдерҙе.
Халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙә башлана һәм 14 ноябргә тиклем дауам итә. Төпкөл урындарҙа кампания 20 декабргә тиклем бара.







