Хәҙер музей, театр, китапхана, концерт залдары һәм ҙур спорт сараларына инеү өсөн вакциналау сертификаты кәрәк. Был төнгө клубтарға ла ҡағыла. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошоларҙы белдерҙе.
Республикала коронавирус сирлеләр өсөн 6 мең ярымдан ашыу урын булдырылған. Уларҙың 98 процентында ауырыуҙар ята. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Өфөнөң 13-сө дауаханаһында запас койкалар әҙерләнгән. Әле республика стационарҙарында 846 кеше дауалана. Ауыр хәлдә булған 44 пациенттың 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Республикала халыҡты вакциналау дауам итә. Максим Забелин ошондай һандарҙы атаны.
Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павловҡа студенттарҙы дауаханаларға йәлеп итергә ҡушты. “Ирекмәндәр ҙә халыҡҡа ярҙам күрһәтергә әҙер булырға тейеш, тине ул.




