Айбулат Хажин: "Бөтә мәктәптәрҙе ябыу көтөлмәй"

Республикала бөтә мәктәптәрҙе ситтән тороп белем биреүгә күсереү кәрәкмәй. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был турала Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. “Эпидемиологик хәл ҡатмарлы. Әммә ваҡытында күрелгән саралар ыңғай һөҙөмтә бирҙе”, тине ул.

Айбулат Хажин: "Бөтә мәктәптәрҙе ябыу көтөлмәй"

Республикала коронавирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында, 240 мәктәп, 680-гә яҡын класс карантинға ябылған. Башҡортостан Башлығы Мәғариф һәм фән министрлығына Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте менән берлектә мәктәптәрҙәге хәлде иғтибар үҙәгендә тоторға ҡушты.

Айбулат Хажин: "Бөтә мәктәптәрҙе ябыу көтөлмәй"

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә коронавирус йоҡтороусылар исемлегенә 488 кеше өҫтәлгән. 22 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Фото №1 - Айбулат Хажин: "Бөтә  мәктәптәрҙе ябыу  көтөлмәй"
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ