Башҡортостанда бәшмәк эшкәртеү буйынса инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла. Республика үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Йылайыр районында бәшмәк эшкәртеү комплексын төҙөү проекты бар. Бының өсөн 33 миллион һум йәлеп ителә, 25 эш урыны булдырыла. Ошондай уҡ комплекс Кушнаренко районында урынлаша. 12 миллион һум тотонола, 20 эш урыны асыла.




