Был турала Республика етәксеһе бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан башлығының указына ярашлы бөгөндән коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә. Ул дәүләт һәм муниципаль ҡарамаҡтағы музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына ҡағыла. Йәғни хәҙер был учреждениеларға вакцина тураһындағы сертификат йәки ковид үткәреү хаҡындағы белешмә менән генә инергә мөмкин.
Ҡалған ике этап сикләүҙәре 12 һәм 18 октябрҙә ғәмәлгә инә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, талаптарҙың көсәйеүе вакцинацияның һүлпәнәйеүе һәм сирлеләр артыуы менән бәйле. Ә коллектив иммунитет булдырылмай тороп был мәкерле ауырыуҙы еңеү мөмкин түгел. Республика етәксеһе муниципаль берәмек башлыҡтары алдында ла яңы бурыстар ҡуйҙы.
Республика башлығы «Һуғыш балалары» тураһындағы таныҡлыҡты тантаналы шарттарҙа тапшырырға ла ҡушты. Сөнки ҡайһы бер төбәктәрҙә документтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр аша ғына бирелеүе күҙәтелә. Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен дә алда һөнәри байрамдары көтә. Ошо айҡанлы алдынғы педагогтарҙы тәбрикләү ҡаралған. Ауыл уҡытыусыһы программаһы буйынса 600 мең һум күләмендәге гранттар ҙа тапшырыласаҡ.
Оператив кәңәшмәлә Ҡаҙағстанға эш сәфәре һөҙөмтәләре лә тикшерелде. Радий Хәбиров хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса юл картаһы әҙерләү бурысын ҡуйҙы. Сарала Бөтә донъя иҫәп алыу компанияһына әҙерлек барышы ла ҡаралды. Белгестәр билдәләүенсә, пандемия шарттары иҫәп алыуҙы үткәреүҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, әммә ойоштороу менән бәйле проблемалар юҡ.
Рәмзиә Кәримова







