Башҡортостанда бөтә уҡыусыларҙы ла дистанцион уҡыуға күсереү ихтыяжы юҡ. Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, ковид-19 вирусы табылған мәктәптәрҙә хәл еңелдән түгел, әммә муниципалитеттарҙа балаларҙы дистанцион режимға күсереү буйынса ваҡытында күрелгән саралар ыңғай һөҙөмтә биргән. 1 сентябрҙән алып тәүгә сирләгән балалар һаны кәмеүе күҙәтелә.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирус инфекцияһы сығанаҡтары барлыҡҡа килгән осраҡта мәктәптәрҙе киспекмәҫтән дистанцион уҡыуға күсерергә ҡушты. Алдараҡ Башҡортостанда 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се һәм 10-сы синыфтар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелгәйне. Эпидемиологик хәл тотороҡланған осраҡта мәктәптәр ғәҙәти уҡыу режимына ҡайта.
Гөлдәриә Йосопова




