Республика кардиология үҙәге белгестәре ике йәшлек ҡыҙға һирәк эшләнә торған операция яһаған

Балала тыумыштан йөрәк патологияһы күҙәтелгән, сабый йыш ҡына тын ҡыҫылыуҙан яфаланған. Аневризма кескәй пациенттың ғүмеренә ҙур хәүеф менән янаған, тромбоз, ритм боҙолоу ихтималлығы юғары булған. Кардиохирургтар балаға операция яһап, тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеге бүләк итә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ике йәшлек Аринаның күкрәгендә операция эҙҙәре. Быйылғы сентябрь Бөрөнән Хәмиҙуллиндар ғаиләһен оло һынауҙарға дусар итә.  Тыумыштан йөрәк кәмселегенән яфаланған ҡыҙҙары әмәлиәт өҫтәленә эләгә. Ике көн реанимацияла ята. Ҡыҙҙың ата-әсәһе кардиохирургтарҙы тылсымсыларға тиңләй. Ҡатмарлы йөрәк патологияһын юҡ итәләр. Хәҙер Аринаның тыны ҡыҫылмай, уйнарға хәле лә, дәрте лә бар.

Бала тыуғас та, йөрәк сирле булыуы асыҡланды. Тромбоз булмаһын өсөн һәр ваҡыт дарыуҙар эсерергә тура килде. Сир менән көрәшеүҙә берҙән бер юл операция ине. Был ҡарар ауыр бирелде, шулай ҙа беҙҙең өсөн иң мөһиме - ҡыҙыбыҙҙың именлеге, сәләмәт йөрәге. Аринаға бәхетле бала саҡ бүләк итеүсе табиптарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. 

Наталья Хәмиҙуллина, Аринаның әсәһе

Асыҡланыуынса, компьютер томографияһы ҡыҙҙың уң яҡ йөрәк алды алты сантиметрға тиклем ҙурайыуын күрһәткән. Был бик һирәк осрай торған күренеш. Тәүге тапҡыр ул фәнни әҙәбиәттә 1955 йылда тасуирлап яҙыла. Донъя кимәлендә тыумыштан ошондай аневризмаһы булған ни бары алтмыш осраҡ теркәлгән, уларҙың 37-һенә, шул иҫәптән Аринаға әмәлиәт яһала. Республика кардиология үҙәге белгестәре балаға ашығыс рәүештә әмәлиәт яһап, ғүмерен ҡотҡара, сәләмәт тормош менән йәшәү мөмкинлеге бүләк итә.

Операция яһалма ҡан әйләнеше шарттарында асыҡ йөрәккә эшләнде. Дүрт сәғәт дауам итте. Хирургия ярҙамы һөҙөмтәләрен уңышлы тип иҫәпләйбеҙ. Медицина тикшеренеүҙәре буйынса, баланың уң яҡ йөрәк алды үлсәмдәре ике тапҡырға кәмене, нормаға тура килә.

Марат Йәнбәков, Республика кардиология үҙәге табип-хирургы

Республика кардиология үҙәгендә йыл һайын йөрәк кәмселеге булған дүрт йөҙ балаға операция яһала. Табиптар билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта бер йәшкә тиклемге сабыйҙарға әмәлиәттәр күпләп яһала, был, тәү сиратта, сирҙе ваҡытында асыҡлауға техник мөмкинлектәр артыуға бәйле. Медицина тикшеренеүҙәрен даими үтеү баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Ҡайһы ваҡыт операция өҫтәленә ике килограмлыҡ ҡына яңы тыуған сабыйҙар ҙа ята. Хирургтар алдында яуаплы бурыс – бәләкәй йөрәк эшен көйләү.  Бында ювелирҙар кеүек оҫталыҡ талап ителә. Операциянан һуң оҙайлы реабилитация.  Бала кардиологтарҙың даими күҙәтеүенә эләгә, диспансер иҫәбенә ҡуйыла. Йөрәгенә операция үткәргән кескәй пациенттар сәләмәт тормошҡа тәүге аҙымдар яһағанда айырыуса иғтибарға һәм ҡурсалауға мохтаж.

Фото №1 - Республика кардиология үҙәге белгестәре ике йәшлек ҡыҙға һирәк эшләнә торған операция яһаған
Башбат

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ