Башҡорт теленә яңы ҡараш. Ошо исем менән яңы уҡыу ҡулланмаһы донъя күрҙе.
Китап телде башлап өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән. 32 сәғәтлек курс уҡытыусы етәкселегендә өйрәнеүгә иҫәпләнгән. Авторҙар коллективы телде өйрәнеүҙә заманса сараларҙы ҡулланып төҙөгән. Әсбап ете тематик бүлектән тора. Һәр дәрес башҡортса яҙыу, һөйләшеү һәм уҡыу һәләтен арттырыуға йүнәлтелгән.
Проект Республика Башлығы грантына Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Был маҡсатта өс миллион һум аҡса бүленгән. Уҡыу ҡулланмаһы мең ярым данала нәшер ителгән. Тәүҙә уның менән мәктәптәр тәьмин ителә, артабан һатыуға ла сығарыла.
Рәмилә Исмәғилева








