Таш дәүер күсермәһе. Францияла Шүлгәнташ мәмерйәһендәге тәүтормош кешеләре һүрәттәренән панно әҙерләү тамамланды. Тиҙҙән улар Бөрйән районында төҙөлгән яңы музей комплексында урын аласаҡ. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
Өфөнән яҡынса 400 саҡрымда ҡеүәтле фәнни-тикшеренеү, белем биреү һәм этномәҙәни үҙәк төҙөлә. Музей комплексында төп эштәр тамам. Хеҙмәткәрҙәр эске биҙәкләү менән мәшғүл, буласаҡ панноның һөлдәһе ҡорола. Объект Башҡортостандың 100 йыллығына сафҡа инергә тейеш ине. Эште пандемия тотҡарланы.
Шүлгәнташ Бөрйән районының ғына түгел, тотош донъя хазинаһы. Тәүтормош кешеләре төшөргән ҡая рәсемдәре кешелектең боронғо тарихын өйрәнергә мөмкинлек бирә. Күп һанлы туристарҙы йәлеп итә. Һүрәттәрҙең тулы күсермәһенән торған панно музейҙың төп экспонаты буласаҡ.
«Аттар һәм тамғалар» һәм «Дөйә» рәсемдәре копияһын Францияның Монтиньяк коммунаһы оҫталары эшләгән. Һүрәттәрҙең оригиналы Шүлгәнташ мәмерйәһенең Хаос һәм Тамғалар залдарын биҙәй..
Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүтормош кешеләре төшөргән 197 ҡая рәсеме асыҡланған. Уларҙың күбеһе таш йорттоң төпкө галереяларында урынлашҡан.Үҙенсәлекле экосистеманы һаҡлау өсөн унда туристар үткәрелмәй.Мәмерйә ауыҙында палеолит дәүере һүрәттәренең күсермәһен күрергә мөмкин.
Туристарға мәмерйәнең төпкө галереяларындағы боронғо һүрәттәрҙең күсермәләре менән музейҙа танышыу мөмкинлеге булдырыла. Бынан тыш күргәҙмәгә таш дәүер экспонаттары ҡуйыла.
Музей 3 ҡатлы. Дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу. Тәүтормош һүрәттәре панноһынан тыш унда, археология экспонаттары күргәҙмәһе, фонд һаҡлағысы, ғилми-тикшеренеүҙәр комплексы һәм төрлө форумдар өсөн ике конференция залы урын ала. Объект төбәк иҡтисады үҫеше өсөн дә мөһим.
Музей талап ителгән барлыҡ коммуникацияларға тоташтырылған, шуға ла Бөрйәндең хозур тәбиғәтенә зыян килтермәйәсәк тип билдәләй белгестәр. Объекттың хаҡы – 350 миллион һум. Ҡеүәтле фәнни-тикшеренеү, белем биреү һәм этномәҙәни үҙәкте асыу йыл аҙағына, декабрь айына тәғәйенләнгән.
Рафиҡ Әхмәтшин




