Альпинизм тарихында яңы рекорд

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев ҡулдарында 8000 метр ара үтеп, Манаслу тауына күтәрелде. Был турала блогер социаль селтәрҙәр аша хәбәр итте. Донъяның иң бейек нөктәләренең береһенә артылыу ауырға төшкән.

«Манаслу – хәүефле урын, бында күптәр менә алмай, тауҙы яулау кеше мөмкинлектәре сигендә» – тип яҙа Рөстәм. Омскиҙа казарма емерелгәндә аяҡһыҙ ҡалған десантсы күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, сираттағы тапҡыр миллиондарса кешене хайран ҡалдырҙы. Быға тиклем ул Эльбрусҡа ла күтәрелгәйне.

Фото №1 - Альпинизм тарихында яңы рекорд

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ