Силәбе өлкәһе Уйылды күле буйында экологик акция ойошторолдо

Арғаяш районы ирекмәндәре, мәктәп уҡыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре күл буйын сүп-сарҙан таҙартып, ҙур майҙанды тәртипкә килтерҙе. Сара Силәбе өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы тәҡдиме менән үткәрелде.

Саф һауа өмәселәрҙең кәйефен күтәрҙе, рухи көс һәм дәрт өҫтәне. Йәш быуында экологияға һаҡсыл ҡараш тәрбиләүгә йүнәлтелгән  өмәне киләсәктә даими ойоштороу күҙаллана.

Малай-ҡыҙҙар экологик акцияға ихлас ҡушылды. Шәмбе өмәләре уларға хеҙмәт тәрбиәһе бирә. Тыуған ерен яратҡан, тирә-яҡ мөхит таҙалығы өсөн яуаплылыҡ тойған быуын  үҫер тип ышанабыҙ.

Ирина Набокова, «Знаменцы» отряды етәксеһе
Фото №1 - Силәбе өлкәһе Уйылды күле буйында экологик акция ойошторолдо

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ