Баш ҡаланың төп транспорт магистралендә урынлашҡан үткәүел хәҙер диодлы лампалар ярҙамында яҡтыртыла. Әлегә системаны көйләү эше бара. Тәүгеләрҙән булып айырманы водителдәр һиҙәсәк. Тоноҡ һары төҫтәге яҡтылыҡ тарихта ҡала.
Тоннелдәге яҡтыртыу системаһын камиллаштырыу ихтыяжы былтыр килеп тыуғайны. Ҡоролмаларҙың иҫкереүе һөҙөмтәһендә киске ваҡыттарҙа был тирәлә авариялар һаны ҡырҡа артты.
Яңы яҡтыртыу системаһын урынлаштырыу һәм көйләүгә асыҡ аукцион уҙғарылды. Уның һөҙөмтәһендә подрядсы ойошма был эштәрҙе 15 миллион һумға башҡарҙы.
Рафиҡ Әхмәтшин




