Хәрби белем биреү системаһын камиллаштырыу өсөн ойошторолған сараға илдең тиҫтәләгән ҡалаларында эшләгән хәрби кафедра белгестәре йәлеп ителде.
Улар Өфө дәүләт-авиация техник университеты биләмәһендә Рәсәй һауа-йыһан хәрби көстәре етәкселеге менән осрашып уҡыу-уҡытыу алымдарын заманлаштырыу, көслө кадрҙар әҙерләү, уҡыу йорттарында матди-техник базаны яңыртыу кеүек һорауҙар буйынса фекер алышты.
Өфө дәүләт авиация техник университетында хәрби хеҙмәт факультеты 1944 йылда ойошторолған. Ошо ваҡыттан алып уҡыу йортонда 18 меңдән ашыу офицер әҙерләнгән.
Флорида Ким




