Бөгөн Уҡытыусы көнө билдәләнә. Танылған шәхестәр тәүге остаздарын хәтергә ала. Ғалим, Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов педагогтар ғаиләһендә үҫкән. Бер туған ағаһы ла, үҙе лә уҡытыусы. Бөгөн ул белем донъяһы ишеген асҡан беренсе уҡытыусыһын иҫкә ала.
Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина фекеренсә, оло йөрәкле кешеләр генә педагог һөнәрен һайлай.
Бөгөн дә, элек тә уҡытыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар күп. Гүзәл заттарҙың тап ошо һөнәрҙе һайлауын хуплайым, ти Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин. Әйткәндәй, ул Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Иглин районында мәктәптә уҡытҡан.
Башҡортостанда Уҡытыусы көнөн 44 меңдән ашыу педагог билдәләй.




