“Йөрәгемде балаларға бирәм”. Бөгөн республиканың алдынғы педагогтарына дәүләт бүләктәре тапшырылды. Әлиә Ишбулдина 45 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған. Ул башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы. Әле Салауат районы Янғантау урта мәктәбендә эшләй. Бөгөн ул “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Республика педагогтарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бүләкләне. Ул педагогтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бөгөн республиканың 10 уҡытыусыһы дәүләт наградаһына эйә булды. Радий Хәбиров шулай уҡ ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға грант тапшырҙы.




