Башҡортостан райондары һәм ҡалаларында коронавирусҡа ҡаршы рейдтар ойошторолдо

Муниципалитет башлыҡтары сауҙа ойошмалары, мәҙәниәт йорттары, китапханалар, музей, кинотеатрҙар һәм спорт биналарында булды. Ойошмаларҙа санитар талаптар үтәлеше тикшерелде. “Юғары әҙерлек” режимы указына ярашлы, 4 октябрҙән театр, концерт залдары, кинотеатр, музей, спорт сараларына инеү өсөн вакциналау сертификаты йәки медицина белешмәһе булырға тейеш. Сауҙа ойошмаларында, йәмәғәт транспортында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешенә етди иғтибар бирелә.

Фото №1 - Башҡортостан райондары һәм ҡалаларында коронавирусҡа ҡаршы рейдтар ойошторолдо
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ