Республика мөһим дәүләт кампанияһын үткәрергә әҙер. Федераль статистика хеҙмәтенең республика буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдеренсә, йәниҫәп алыусы кадрҙар һайланған, улар коронавирустан вакцина яһатҡан. Балтас районында мөһим кампанияға әҙерлек барышын урындағы телевидение хәбәрсеһе Айҙар Сираев өйрәнде. Ул беҙҙең радио өсөн махсус яҙма әҙерләне.







