Республикала һуңғы ике йыл юғары белем биреү мәктәбе өсөн уңышлы булды. Ҙур еңеүҙәр яуланды. Бөгөн был турала уҡытыусыларҙы тәбрикләү танатанаһында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
Лидерлыҡ академияһы программаһы сиктәрендә Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть-техник һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттарына 100 миллион һум аҡса бүленә. Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә заманса технологиялар булдырыу йүнәлешендә эшләй. Ул Евразия Милли фән һәм мәғариф үҙәге проекттарына инә. Өфөлә биомәғлүмәт анализдар үҙәге асыу күҙаллана. Ғалимдар күп быуатлыҡ этник үҙенсәлектәрҙең, тирә-яҡ мөхиттең гендарға, нәҫел ауырыуҙарына йоғонтоһон өйрәнергә ниәтләй. Был тикшеренеүҙәр сиргә килтергән сәбәптәрҙе асыҡлау һәм яңы дарыуҙар булдырыуға ярҙам итә. Грант аҡсалары илдең 49 ҡалаһының 100-ҙән ашыу университетына бүленә. Уларҙың 28-е - Мәскәүҙә, 11-е - Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан.




