Бөгөн Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә Рәсәй агросәнәғәт комплексы аҙналығында эш башланы. Уның барышында "Алтын көҙ" күргәҙмәһе ойошторола. Ул иртәгә асыла. Башҡортостан делегацияһы составында хөкүмәт, Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәттәре, агросәнәғәт предприятиелары вәкилдәре. Улар төрлө темаларға түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша, Башҡортостан продукцияһы һәм ҡаҙаныштары менән таныштыра.




