Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ирҙе ике айға һаҡ аҫтына алдылар. Александр Лазарев ғәйебен танығын. Суд ҡарары менән ул 30 ноябргә тиклем тәфтиш изоляторында була. Енәйәтсегә ғәйебе иҫбатланғандан һуң, кәмендә 20 йыл төрмә янай, ғүмерлеккә лә ултыртыуҙары мөмкин. Александр Лазарев студент ҡыҙҙарҙы үлтереүҙә, көсләүҙә, шәхси мөлкәтте үртәүҙә, машина урлауҙа ғәйепләнә. 30 сентябрҙә Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙың кәүҙәһе табылды.




