Радий Хәбиров мәғариф хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Башҡортостанда киләһе йыл педагогтарға бирелгән грант ярҙамы ике тапҡырға арттырыла. Быйыл аҡсалата ярҙам 100 кешегә тапшырыла. Был турала Республика башлығы бөгөн уҡытыусыларға дәүләт наградалары һәм сертификаттар тапшырыу тантанаһында белдерҙе.

Радий Хәбиров мәғариф хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, тармаҡтағы үҙгәрештәр хаҡында ла әйтеп үтте. Белем биреү системаһындағы яңылыҡтар тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 109 уҡыусының 100 балл йыйыуы, ә биш баланың иң юғары күрһәткескә хатта ике предмет буйынса өлгәшеүе республика мәғариф системаһының кимәлен яҡшы сағылдыра. Белем усаҡтарының пандемия шарттарында, дистанцион рәүештә эшләүен дә иҫәпкә алғанда, был ҡаҙаныштарҙың әһәмиәте икеләтә арта. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостанда мәғариф тармағына ныҡлы иғтибар бирелә. 

Дөйөм ҡаҙаныштар артында һәр педагогтың фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы ята. Мәҫәлән, Сибайҙан Матур Дәүләтбаева 40 йылға яҡын математика уҡытыусыһы булып эшләй. Үҙемде иҫләгәндән алып педагог булырға хыялландым һәм ниәтемә тоғро ҡалдым. Хеҙмәт хаҡы артһын һәм мәктәпкә йәштәр күберәк килһен тип теләйем, ти тәжрибәле уҡытыусы. Бөгөн Матур Хисбулла ҡыҙыңың хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме менән баһаланды.

«Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән абруйлы исем тиҫтәгә яҡын педагогҡа тапшырылды. Улар бөтәһе лә үҙ эшенең оҫталары, оҙайлы йылдар йәш быуынды белем тауҙарына әйҙәгән лайыҡлы шәхестәр. Салауат районынан Әлиә Ишбулдина уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Ошо һөнәрҙе һайлауым менән бәхетлемен, ти ул.

Дәүләт наградалары менән бер рәттән ауыл ерендә эшләгән 4 тиҫтәнән ашыу йәш уҡытыусыға сертификаттар ҙа тапшырылды. Ул Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2019 йылдан 100 педагогҡа тапшырылып килә. Республика башлығы киләһе йыл сертификаттар алыусылар һанын 200-гә еткереү бурысын ҡуйҙы. Быйыл аҡсалата ярҙамдың күләме 690 мең һумға еткән. 

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республиканың юғары белем биреү системаһында ла үҙгәрештәр бар. Евразия ғилми-мәғариф үҙәге федераль статус алған. Республика студент кампусы төҙөүгә грант отҡан.

Фото №1 - Радий Хәбиров мәғариф хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ