Автобуслы мәктәп йылдары. Башҡортостанға бығаса булмаған күләмдә мәктәп автобустары ҡайтарылды. «Газель некст», «Соболь», «УАЗ». автомобилдәре республиканың төрлө райондарына оҙатыласаҡ. Был юлы хатта иң төпкөл, юлһыҙ ауыл мәктәптәренә лә барып етәсәк. Уҡытыусылар көнө уңайынан тапшырылған бүләк алыусылар шатлығын БЮТ каналы хәбәрселәре лә уртаҡлашты.
«Буханка»ға алмашҡа аңайлы «УАЗ». Бар ерҙән дә үтемле техника булараҡ танылған автомобилдең бындай төрө мәктәп балаларын йөрөткәне юҡ әле. УАЗик күпкә уңайлыраҡ, матур ҙа күренә. Ләкин уның үтемлеге һис тә генә кәмемәгән. Бөрйән районының ҡайһы бер ауылдары өсөн был иң мөһим талап.
Яңы автобустар юл буйында ғына урынлашҡан ауылдар өсөн дә ҙур мөмкинлектәр аса. Күп кенә белем усаҡтары быға тиклем транспорт сараһын арендаға алырға мәжбүр булған. Яҡында ғына мәктәп булһа ла автобус юҡлыҡтан йыраҡҡа йөрөп уҡыусылар ҙа күп ине. Һәм иң мөһиме уҡыусылар өсөн ижади, спорт һәләттәрен күрһәтеүгә юл асылды, ти уҡытыусылар.
Һуңғы йылдарҙа Өфө Арена алдындағы майҙанда йәмәғәт транспорты, махсус техника тапшырыу матур ғәҙәткә әйләнде. Әммә ошоғаса бер урында был тиклем күләмдә техника ҡуйғандары юҡ ине.
Әйткәндәй, мәктәп автобустарының барыһы ла төнъяҡ пакеты менән йыһазландырылған. Йәғни, Башҡортостан климатын иҫәпкә алып балаларҙың йылыла йөрөүен хәстәрләгәндәр.
Башҡортостанда 50 меңдән ашыу бала транспорт менән тәьмин ителгән. Төбәк башлығы әйтеүенсә, республикала ун йылдан да артыҡ эшләүсе мәктәп автобусы ҡалмаған.
Автобустар федераль аҡсаларға һатып алынған. Мәктәп автобустарын яңыртыу буйынса Башҡортостан илдә лидерҙар рәтендә. Өлкәндәрҙең тырышлығы балаларҙы ла өлгәш буйынса лидерҙарға сығарыуна өмөт уята.
Айнур Кәбиров




