Йыл аҙағына тиклем республикала 140 ихата биләмәһе комплекслы төҙөкләндерелә

 Бөгөнгә дәүләт программаһы 99 процентҡа үтәлгән.

Республика буйынса иң ҙур проект быйыл Күмертауҙа тормошҡа ашырылған. Ихата биләмәһе дөйөм майҙаны дүрт гектарлыҡ туғыҙ күп фатирлы йортто берләштерә. Проекттың хаҡы 42 миллион һум. Әле бында йүгереү өсөн юлдар, биш балалар, ике тренажерлы һәм бер универсаль спорт майҙансығы эшләнгән. Хәҙер урындағы халыҡ үҙҙәренең йорт алдын хыялдағы ихата тип йөрөтә.  

Йәй буйына беҙҙең ихатала ремонт эштәре ҡайнаны, шуға ла балаларҙың өй алдында уйнау мөмкинлеге булманы. Әммә ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға бер кем дә ҡаршы түгел ине. Сөнки төҙөкләндерелгән ихатаға балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡыуанып бөтә алмай.

Альбина Әбсәләмова, Күмертауҙа йәшәүсе

Өфөнөң Дим районында ла төҙөкләндерелгән ихата асылды. Левитан урамында күп фатирлы дүрт йорттоң биләмәһен төҙөкләндереүгә 30 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Әгәр ҙә күмертауҙар йүгереү өсөн юл менән ғорурланһа, Дим биҫтәһе халҡы ихаталағы фонтан менән маҡтана ала. Ул киләһе йылдың яҙында эшләй башлай. Әлегә балалар яңы майҙансыҡтағы ҡорамалдарҙы үҙләштерә.   

Фото №1 - Йыл аҙағына тиклем республикала 140 ихата биләмәһе комплекслы төҙөкләндерелә

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ