Эшселәр тоннелде биҙәкләүгә һәм биләмәне төҙөкләндереүгә тотонған. Монумент һәм яр буйын тоташтырыусы ер аҫты юлы 100 метр тирәһе. Эш теүәлләнгәс тә был тәңгәлдәге светофорҙар һүтеп алына. Яңы объект автомобилдәрҙең тотҡарлыҡһыҙ үтеп йөрөүенә һәм тығындарҙы кәметеүгә булышлыҡ итергә тейеш.
Рәмилә Исмәғилева




