Башҡортостандан йылдағыса 4 меңдән ашыу егет армия сафтарына алына. Әле буласаҡ һалдаттар хәрби комиссариат бүлексәләрендә медицина тикшереүе үтеп, документтарын туплай. Һалдаттар Рәсәй хәрби частарына 19 октябрҙән ебәрелә башлай. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Айгиз Ҡолбирҙин бер нисә көндән Рәсәй армияһы сафтарында хеҙмәт итә башлай. Әле ул Өфөлә башҡа егеттәр менән табиптар тикшереүен үтеп, тормошондағы мөһим этапҡа әҙерләнә. Башҡортостандан быйыл 4 мең һалдат хәрби хеҙмәткә саҡырылған.
Көҙгө саҡырылыш ваҡытында коронавирус инфекцияһы таралыуҙы кисектереү өсөн хәрби пункттарҙа һаҡланыу саралары үтәлә. Егеттәрҙең температураһы үлсәнә, социаль дистанция һаҡлана, буласаҡ һалдаттар битлектәрҙә генә ҡабул ителә.
Хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған егеттәр медицина тикшереүен үтеп сәләмәтлеге тураһында документ тапшыра. Төбәктә махсус таныҡлыҡ буйынса 3 мең егет хәрби хеҙмәткә ҡабул ителмәне.
Хәрби хеҙмәткә уҡыу йортон тамамлаған, сәләмәтлеге яҡшы булған егеттәр алына. Улар армия сафтарында өҫтәмә тәрбиә алып, тыуған илде һаҡлауға әҙер ир-егет булып ҡайта.
Республикала 1 октябрҙән көҙгө саҡырылыш компанияһы башланды. Илдең ҡораллы көстәренә Башҡортостандан дүрт мең егет ҡабул ителә тип көтөлә. Буласаҡ һалдаттар тикшереүҙәр үтеп, документтарҙы туплағас уларҙың тормошонда яңы осор башлана. Егеттәр бер йылға илдең төрлө төбәктәрендәге хәрби частарға юллана.
Флорида Ким







