Башҡортостан делегацияһы Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы аҙналығында ҡатнаша

Илдәге иң күләмле ваҡиға бөгөн Мәскәү өлкәһенең «Патриот» паркында башланды. Сара сиктәрендә «Алтын көҙ» күргәҙмәһе лә үтә. 

Форумдың тәүге көнөндә ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү, агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы, һанлы трансформация, органик продукттар етештереүҙе үҫтереү кеүек мәсьәләләр тикшерелде. Башҡортостандан 35 кешенән торған делегация аҙналыҡтың эшлекле программаһына әүҙем ҡушылды.

Төбәктең алдынғы предприятиелары күргәҙмәгә үҙ продукцияларын килтергән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы агросәнәғәт комплексы аҙналығы барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү шарты менән үкәрелә. Былтыр ул онлайн форматта ойошторолғайны.

Фото №1 - Башҡортостан делегацияһы Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы аҙналығында ҡатнаша

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ