Мәскәүҙә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе асылды. Форумдың беренсе көнөндә аҙыҡ-түлек етештереүселәр баһаланды. Беҙҙең республика ойошмалары 50 награда, шул иҫәптән 35 алтын миҙал, алды. Лауреаттар араһында “Башспирт” компанияһы, Мәләүез һәм Мәсәғүт һөт консерва комбинаттары, шулай уҡ башҡорт балы бар.




