Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы районы Бишҡурай ауылындағы хужалыҡта ҡаҙҙар сирләгән. Белгестәр иҫәпләнеүенсә, ҡаҙҙар ҡырағай һыу ҡоштары менән бер күлдә булған. Әле Рәсәйҙең 11 төбәгендә ҡош киҙеүе асыҡланған. Башҡортостан менән сиктәш Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә лә йоғошло сир табылған. Халыҡҡа йорт ҡоштарын ихатала тоторға, һыуға сығармаҫҡа кәңәш ителәр.




