Республика байтаҡ килешеүҙәр төҙөргә ниәтләй. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, хеҙмәттәшлек итеү тураһында өс документҡа ҡул ҡуйылған. “Йыл һайын газ яғыулығына күскән автомобилдәр һаны арта. Беҙ иһә халыҡҡа ярҙам күрһәтергә, хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртырға тейешбеҙ. Бер килешеү тап ошоно күҙ уңында тота”, тине ул.
Башҡортостан Рәсәйҙең нефть-газ ҡорамалдарын етештереүселәр берлеге менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Союз Президенты Константин Радинский:
Халыҡ-ара газ форумы 8 октябргә тиклем дауам итә. Иртәгә глобаль энергетикалағы көнүҙәк проблемаларға арналған пленар ултырыш була.




