Башҡортостанда битлек тәртибе үтәлеше тикшерелә

 Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуҙы сикләү буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе. Унда коронавирус менән ауырыусылар һаны арта бара, тип билдәләнде. Һуңғы тәүлектә генә 536 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, сикләүҙәр ҡабул ителде, әммә билдәләнгән нормаларҙы бөтәһе лә теүәл үтәмәй. Төнгө клубтарҙа, мәҙәни-спорт учреждениеларында, транспортта  тикшереүҙәр уҙғарырға ҡушылды. Шулай уҡ дәүләт һәм шәхси клиникаларҙа медицина ҡағыҙҙары биреү контролгә алына.

Фото №1 - Башҡортостанда битлек тәртибе үтәлеше тикшерелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ