Республикала сауҙа өсөн мөмкинлектәр яҡшыра

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 15 яңы баҙар булдырыла. Йәрминкә майҙансыҡтары һаны 400-гә еткерелә. Был турала хөкүмәт ултырышында белдерелде. Сауҙа өлкәһендә 7 мең эш урыны асыла. Әле республикала 45 мең сауҙа объекты бар. Был тармаҡта 300 меңдән ашыу кеше эшләй. Башҡортостанда сауҙа инфраструктураһын яҡшыртыу, етештереүселәрҙең продукцияһын үҙебеҙҙә һатыу мөмкинлеген булдырыу төп маҡсаттар итеп билдәләнде.

Фото №1 - Республикала  сауҙа өсөн мөмкинлектәр яҡшыра
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ