Ҡош киҙеүе Башҡортостан биләмәһенә үтеп ингән. Был турала республика Ветеринария идаралығынан хәбәр итәләр. Ауырыу Туймазы районындағы хужалыҡта асыҡланған. Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәткәре Рәзинә Шәрипова һөйләй.
Йорт ҡоштары һәм хайуандарында сир билдәләре күҙәтелһә, республика Ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8-800-77-55-828.




