Сир менән көрәштә һөҙөмтәле аҙым

 Радий Хәбиров Ковид-19 инфекцияһы таралыу хәүефе булыуға бәйле юғары әҙерлек режимы указына үҙгәрештәр индергәйне. Дүшәмбенән дәүләт мәҙәниәт учреждениелары, спорт саралары ойошторолған комплекстарға прививка ҡаҙатыусылар менән  һуңғы ярты йылда сирҙе үткәреүселәрҙе генә индерә башланылар.

Талаптарҙың теүәл үтәлешен республика башлығының контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшереүгә алды. Мониторинг барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Беҙ телефон аша сканерҙы ебәрәбеҙ һәм ошолайтып һәр кешене ҡарайбыҙ. Дәүләт хеҙмәте порталында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында куар-кодлы сертификат бар.

Махсус штрих-кодты телефон аша, шулай уҡ ҡағыҙҙа баҫтырылған килеш тә күрһәтергә мөмкин. 4 октябрҙән дәүләт кимәлендәге мәҙәниәт учреждениеларына, шул иҫәптән китапханаларға прививка ҡаҙатҡан кешеләрҙе генә үткәрәләр.

Бынан тыш, һуңғы алты айҙа ковид-19 инфекцияһы менән сирләгән осраҡта, справка күрһәтеп, йә ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе менән инергә мөмкин. Уҡыу залдарында халыҡ күп түгел, барыһы ла битлектә.

Белешмәһеҙ килгән кешеләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Беренсе ҡатҡа төшөп ҡабул итергә тырышабыҙ. Шулай уҡ гәзит-журнал, китаптарҙы алып төшөп, үҙҙәренә кәрәкле материалдарҙың күсермәһен эшләп үҙҙәренә алалар. Шулай уҡ интернет селтәре аша үҙҙәренә кәрәкле материалдарға заказ бирәләр.

Юлиә Иҫәнсурина, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәре

Сертификат йә справка булмаған осраҡта афишаларҙы балҡытҡан  спектакль, концерт, киноны ла ҡарап булмаясаҡ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Красноярскиҙан килгән Себер бейеү ансамбле сығыштарын күптәр күрә алманы.

Администраторҙар тиҫтәнән ашыу кешене ишектән үк кире борҙо. Уларға кассала һатып алынған билет өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бирелде. Учреждениела ике инеү урыны, бер яҡта ҡағыҙ сертификаттар, икенсеһендә куар-код тикшерелә. Республика башлығының Контроль идаралығы белгестәре мониторинг ойоштороп, етешһеҙлектәр барлығын да билдәләне.

Маршрутлаштырыу юҡ. Кешеләр буталанып йөрөйҙәр. Ҡайһы яҡҡа куаркод менән үтергә, ҡайһы яҡҡа справка менән керергә – ундай мәғлүмәт юҡ.

Айгиз Кималов, Башҡортостан башлығының контроль идаралығы баш консультанты

Етешһеҙлектәр шунда уҡ учреждение етәкселегенә еткерелде. Концертҡа үткән тамашасылар билдәләүенсә, коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыу һәр кемдең яуаплығында. Залда буш урындар бик аҙ, был күренеш сәләмәтлеген алдан ҡайғыртыусыларҙың күплеген дәлилләй.

Вакцинацияға мин, әлбиттә, ыңғай ҡарайым. Һаулыҡ - ул ҙур байлыҡ. Үҙеңде матур итеп ҡарарға кәрәк. Һәм бына бындай сараларға йөрөргә лә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр инә алмай тора, уныһы ҡыҙғаныс. Бәлки, улар прививка эшләп, киләсәктә театр-концерттарға йөрөр тип ышанам.

Элиза Сынбулатова, Өфөлә йәшәүсе
Башбат

Премьераларҙан ситтә ҡалмаҫ өсөн коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыу ҙа етә. «Родина» кинотеатрында сертификат куаркодын уҡыусы махсус ҡоролма ҡуйылған. Администраторҙар Дәүләт хеҙмәте порталынан нисек итеп документты табырға өйрәтә. Шулай ҙа кассала сират юҡ кимәлдә. Һуңғы көндәрҙә тамашасыларҙың кәмеүе күҙәтелгән.

Тамашасылар һаны егерме процент ҡына. Белгән кешеләр килә инде справкаларын тотоп, белмәгәндәре зарлана, сығып китәләр.

Рәсилә Йомаҙилова, кассир

Быға тиклем бөтәһе лә килде, билет алды - үтте, ә хәҙер ҡәтғи рәүештә куаркод менән үткәреүҙәре ышаныс тыуҙыра үҙең өсөн дә, балаларың өсөн дә. Уларҙы нисек тә булһа һаҡларға кәрәк.

Алһыу Әһлиуллина, Өфөлә йәшәүсе

Был сара бик мөһим тип уйлайым. Сөнки бөгөн ҡаты сир бара. Дауаханалар тулы.

Айҙар Муллағарипов, Өфөлә йәшәүсе

Республика башлығының контроль идаралығы белгестәре Өфөләге башҡа мәҙәниәт учреждениеларын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Әйтәйек, мониторинг барышында Йәштәр һарайында Зифа Нагаеваның концертына оло сират булыуы күҙәтелгән.

Ә бына «Башҡортостан» дәүләт концерт залында был аҙнала күләмле саралар ойошторолмаған. Ковидҡа ҡаршы инспектор билдәләүенсә, тамашасылар килгән осраҡта санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлешенә айырыуса иғтибар йүнәлтелә.

Концерт алдынан, концерт ваҡытында, тәнәфестар булғанда контроль бара. Администраторҙар ҡарай битлек режимын, социаль дистанция һаҡланыуын.

Зөбәржәт Мортазина, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының ковидҡа ҡаршы инспекторы

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы индерелгән яңы сикләү сараларының үтәлеше буйынса мониторинг дауам итәсәк. Был эштә Роспотребнадзор һәм эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән ойошмаларға ҙур штрафтар янай, эшмәкәрлеге туҡтатылыуы ихтимал.

Республика башлығы контроль идаралығы ошондай рәүештә бөтә муниципалитеттар буйынса эш алып бара. Беҙ учреждениеларға инеү нисек ойошторолоуын ҡарайбыҙ, битлек режимы үтәлешен. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе урында уҡ хәл итәбеҙ. Бөгөнгө мониторинг күрһәтте: дәүләт учреждениелары яҡшы әҙерләнгән. Әммә халыҡҡа аңлатыу эшен дауам итергә кәрәк.

Санитар сараларға яуапһыҙ ҡараш булған учреждениелар ҙа теркәлгән. Был турала Радий Хәбиров Ковид-19 инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында белдерҙе. Контроль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә, Өфө ҡалаһы, Мишкә, Бөрө һәм Благовещен райондарында етешһеҙлектәрҙең күп булыуын асыҡлаған. Республика етәксеһе яуаплы органдар менән берлектә тикшереүҙе тағы ла көсәйтергә ҡушты.

Әйткәндәй, 12 октябрҙән сертификат-справкалар талап ителгән исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси мәҙәниәт учреждениелары ла индереләсәк. Шулай уҡ ҡәтғи контроль ҡала-ара автобустар, «Орлан» поезында ла башлана. Тәүмаҡсат - коронавирус таралыуға юл ҡуймау, вакцинация темптарын арттырып, коллектив иммунитет булдырыу. Ҡыҙғанысҡа, бөгөн сир сигенергә уйламай.

Фото №1 - Сир менән көрәштә һөҙөмтәле аҙым

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ